Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың 11 вәкиле Шаляпин конкурсының төп призы өсөн көс һынаша

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Ошо көндәрҙә Өфөлә үтәсәк I Халыҡ-ара Шаляпин конкурсында Башҡортостандан 11 кеше ҡатнаша. Уларҙың туғыҙы — республика, икәүһе башҡа төбәктәрҙең намыҫын яҡлай. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына жюри секретары, вокал буйынса уҡытыусы Наилә Йосопова хәбәр итте.

Конкурста Башҡорт опера һәм балет театры солистары Артур Ҡәйепҡолов, Элина Ғәлимуллина, Рим Рәхимов, Салауат Кейекбаев, Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары Динә Хөсәйенова һәм Әлиә Исҡужина, Өфө сәнғәт институты студенттары Дамир Тайыпов һәм Кирилл Белов ҡатнаша. Улар араһында Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаусылар ҙа бар: Айгөл Әхмәтшина, Яна Акара (хәҙер Мәскәүҙә Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы студенты) һәм Айтуған Вәлмөхәмәтов (әле Ҡазанда белем ала).

Фёдор Шаляпин исемендәге I Халыҡ-ара вокалcылар конкурсында Екатеринбург, Түбәнге Новгород, Дондағы Ростов, Санкт-Петербург, Ҡазан, Красноярск, Мәскәү, Новосибирск, Омск, Һамар, Һарытау, Өфө ҡалаларынан, Абхазия, Азербайжан, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Украина, Ҡытай һәм АҠШ-тан 50-гә яҡын йәш йырсының ҡатнашыуы көтөлә. Аныҡ һан бөгөн билдәле була. Беренсе тур иртәгә көндөҙгө сәғәт 12-лә Ф.Шаляпин исемендәге концерт залында башлана. Сығыштарҙы Өфөлә тыуып үҫкән опера йондоҙо, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов етәкселегендәге жюри баһалай.

Гран-при 300 мең һум тәшкил итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть