9 декабрь, Йома

20 сентябрь 2016 йыл, 14:18

Төбәктә сусҡаларҙың Африка тағунына юл ҡуймау өсөн автотранспортты дезинфекциялау башланды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан биләмәһенә сусҡаларҙың Африка тағунын индермәү өсөн Илеш һәм Бүздәк райондарындағы трассаларҙа автотранспорт өсөн махсус йыуыу пункттары асылды. Бында ветеринария хеҙмәте контроле аҫтында сусҡа ите, ҡатнаш аҙыҡ һәм малсылыҡ ҡалдыҡтарын ташыған автотранспортты йыуалар һәм дезинфекциялайҙар. Башҡа йүнәлештәрҙә лә, атап әйткәндә, Ырымбур өлкәһе менән сиктәш трассала ошондай пункттар асыу күҙаллана.

Быйыл алты айҙа илдең 17 төбәгендә сусҡаларҙың Африка тағуны сире осраҡтары теркәлгән. Башҡортостан хәүеф янаған төбәккә индерелгән.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, әлеге ваҡытта сусҡа комплекстарын урындағы заводтарҙа етештерелгән ҡатнаш аҙыҡ менән тәьмин итеү мөмкинлеге, шулай уҡ республика биләмәһендә сусҡа һуйыуҙы ойоштороу мәсьәләләре тикшерелә.