Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98

EUR 62.04

30 апрель, Йәкшәмбе

Уфа   °

Кино йылында республика асылған кинозалдар һаны буйынса лидерҙар иҫәбенә инде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Кино йылында Башҡортостан асылған кинозалдар һаны буйынса лидерҙар иҫәбенә инде. Учалы, Дүртөйлө, Күмертау ҡалаларында кинотеатрҙар асылды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Учалыла — 37,5 мең, Дүртөйлөлә 31 мең самаһы кеше йәшәй. Хәҙер ошо ҡалаларҙа йәшәүселәр үҙебеҙҙә һәм сит илдәрҙә төшөрөлгән, шул иҫәптән 3D форматындағы фильмдар ҡарау мөмкинлегенә эйә. Күмертауҙағы «Таусы» кинотеатрына тәүге айҙа уҡ 10 меңдән ашыу тамашасы килде.

Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының бәләкәй ҡалаларҙа кинотеатрҙар төҙөү программаһы сиктәрендә йыл башынан 67 кинозал асылған. Йыл аҙағынаса 100 меңгә тиклем кеше йәшәгән ҡалаларҙа 143 заманса кинозал барлыҡҡа килергә тейеш. Асылған кинозалдар һаны буйынса Башҡортостан һәм Свердловск өлкәһе — лидерҙар рәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть