10 декабрь, Шәмбе

20 сентябрь 2016 йыл, 11:33

Башҡортостан продукцияһы абруйлы умартасылар конгресында Гран-при яуланы

фото: Башҡортостан апитерапия һәм умартасылыҡ буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан вәкилдәре Ҡаҙағстанда «Апиславия» XXI Умартасылар ойошмалары федерацияһы конгресында лайыҡлы сығыш яһаны.

Республика командаһы иҫәбендә конгресс күргәҙмәһенең Гран-прийы, балдан яһалған «Тадж-Махал мәсете» өсөн «Балауыҙҙан яһалған әйберҙәр» номинацияһында — алтын, йүкәнән йыйылған бал өсөн «Кәрәҙле бал» һәм «Бер төрлө сәскә балы» номинацияларында көмөш миҙалдар бар.

«Төргәк дизайны» номинацияһында Башҡортостан бронза миҙал яуланы. Бынан тыш, төбәк «Апиславия-2016» конгресының махсус призына — кәрәҙҙәге бал ҡорто рәүешендә эшләнгән сувенир сәғәтенә лайыҡ булды.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, республика 29 ил араһында Рәсәй намыҫын яҡланы. Беҙҙең илдән Башҡортостан предприятиелары ғына ҡатнашты. Улар иҫәбендә Башҡортостан апитерапия һәм умартасылыҡ буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге, шулай уҡ республиканың фермер хужалыҡтары бар.

Күргәҙмә-йәрминкәлә 100-ҙән ашыу төр продукция тәҡдим ителде. «Тадж-Махал мәсете» һәр кемдең иғтибарын йәлеп итте. Уны әҙерләү өсөн 25 килограмм бал кәрәк булды.

«Апиславия»-2016 халыҡ-ара конгресында яуланған уңыш 2021 йылда Өфөлә «Апимондия» халыҡ-ара форумын һәм «АпиЭКСПО» халыҡ-ара күргәҙмәһен уҙғарыуға дәғүә иткән Башҡортостан өсөн айырыуса мөһим. Умартасылыҡ өлкәһендәге ике ҙур сараны үткәреү урыны киләһе йылда билдәле буласаҡ.