Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Республикала Транспорт форумы-2016 асыла

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Бөгөн Өфөлә Транспорт форумы һәм «Транспорт системалары. Махсус техника һәм ҡорамалдар» махсуслаштырылған күргәҙмәһе асыла. Улар Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәкселегендә уҙғарыла.

Транспорт форумы барышында пленар ултырыш һәм бер нисә секция буйынса эш ойошторола. Улар араһында юл төҙөлөшө, эске һәм халыҡ-ара һауа юлы, тимер юл тармағы, логистика, автомобиль юлы буйынса секция, транспорт тармағы предприятиеларын инвестициялау һәм үҫтереү бар.

Модераторҙар булып тармаҡ эксперттары, федераль власть органдары вәкилдәре, төп тармаҡ предприятиелары һәм ассоциациялары етәкселәре сығыш яһай.

Транспорт өлкәһе тармаҡтары буйынса иң яҡшы технология һәм ҡорамал өлгөләренә конкурс, эшлекле бәйләнештәр биржаһы, республиканың ҙур транспорт һәм логистика предприятиелары вәкилдәре менән осрашыуҙар ҡаралған.

«ВДНХ-Экспо» алдындағы майҙанда үҙебеҙҙә һәм сит илдә етештерелгән махсуслаштырылған техника күргәҙмәһе эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть