4 декабрь, Йәкшәмбе

20 сентябрь 2016 йыл, 9:49

Рөстәм Хәмитов: «Был һайлауҙар барыһы өсөн дә конкурентлы, асыҡ үтте»

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. Республикала халыҡ үҙ ихтыярын белдерә алһын өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылды, һайлауға килеү күрһәткесенең юғары булыуы гражданлыҡ позицияһының формалашыуы тураһында һөйләй, тип иҫәпләй Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов. Ул Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһына һәм урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына һайлауҙар йомғаҡтарына арналған брифинг барышында ошо хаҡта белдерҙе.

– Участкаға килгән бөтә кешеләргә рәхмәт белдерәм. Һайлауға килеү күрһәткесе – 70 проценттан ашыу. Был республика халҡының дәүләт эштәрендә ҡатнашыуы һәм шул рәүешле илдең үҫешенә вайымһыҙ булмауы тураһында һөйләй, – тине төбәк етәксеһе. – Еңеү яулаған депутатлыҡҡа кандидаттарҙы ҡотлайым. Төрлө кимәлдәге 1 600 депутат һайланды. Ошо сарала ҡатнашҡан өсөн һәммәһенә лә рәхмәт әйткем килә. Ун партия вәкилдәре муниципаль ҡала, республика һәм федераль власть органдары составына инде. Был бик яҡшы һөҙөмтә.

Республика Башлығы әйтеүенсә, һайлау алды кампанияһы башланғандан алып тауыш биреүҙе үткәреүгә административ йоғонто сараларын бөтөрөү маҡсат итеп ҡуйылды.

– Был һайлауҙар ошо эштә ҡатнашырға теләгәндәрҙең барыһы өсөн дә конкурентлы, асыҡ үтте. Власть яғынан бер ҡасан да бер кем дә контроль һандар билдәләмәне, – тине Рөстәм Хәмитов. – Республикабыҙ һайлауҙарҙы үткәреүҙең заманса форматына күсте, тип иҫәпләйем. Бында административ баҫым юҡ. Был заман талаптарына яуап бирә. Беҙҙең өсөн иң мөһиме – һайлауҙарҙы законға ярашлы ойоштороу. Минеңсә, шулай килеп сыҡты ла.