5 декабрь, Дүшәмбе

19 сентябрь 2016 йыл, 17:06

Республикала һауаның 20 градусҡа тиклем йылыныуы көтөлә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Атмосфера баҫымының күтәрелеүенә бәйле был аҙнала республикала һауа шарттары яҡшыра. Ошо хаҡта Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы хәбәр итә.

19 сентябрҙә бер аҙ ямғыр яуасаҡ. Һауа температураһы 10-15 градус йылы буласаҡ. Шишәмбе, 20 сентябрҙә, бер аҙ ямғыр яуыуы ихтимал, төндә +2,+7, көндөҙ 16 градусҡаса йылыта. Шаршамбы, 21 сентябрҙә лә ямғыр яуасаҡ, төндә +2,+7, төньяҡ һәм таулы райондарҙа ҡырау төшөүе көтөлә, көндөҙ 13-18 градус.

Аҙнаның икенсе яртыһында көндөҙ 20 градусҡаса йылыта, тип фаразлай Башгидромет синоптиктары. 22 сентябрҙә ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе көтөлә. Башҡа көндәрҙә республиканың ҡайһы бер райондарында ғына яуым-төшөм булыуы ихтимал.