9 декабрь, Йома

19 сентябрь 2016 йыл, 15:44

Октябрҙә Башҡортостан халҡын өҫтәмә ял көнө көтә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Октябрҙә Республика көнөн байрам итеүгә бәйле Башҡортостан халҡын өҫтәмә ял көнө көтә.

Быйыл 11 октябрь шишәмбегә тура килә. Шуға күрә дүшәмбе, 10 октябрҙә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡара, тип аңлатма бирҙеләр Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Рәсәй Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы нигеҙендә төп һәм өҫтәмә түләнгән йыллыҡ отпуск биргәндә 11 октябрҙәге ял көнө отпусктың календарь көндәре иҫәбенә индерелмәй.