6 декабрь, Шишәмбе

19 сентябрь 2016 йыл, 15:09

Төбәктә ипотека буйынса процент ставкаһын субсидиялау тәртибе раҫланды

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Хөкүмәте торлаҡ кредиттары буйынса проценттарҙы түләүгә сығымдарҙың бер өлөшөн республика ҡаҙнаһынан өҫтәмә субсидиялау тәртибен раҫланы.  

Документ төбәктә федераль субсидиялау программаһы сиктәрендә бирелгән кредиттар буйынса ипотека процент ставкаһын йылына 10 процентҡа тиклем өҫтәмә субсидиялау иҫәбенә яңы торлаҡҡа дәғүә итеүселәр һанын арттырыуға йүнәлтелгән пилот проектын тормошҡа ашырыу өсөн әҙерләнгән.

Алдан хәбәр ителгәнсә, проект 2016 йылдың 1 июненән федераль программа буйынса бирелгән ипотека кредиттары буйынса процент ставкаһын өҫтәмә субсидиялауҙы күҙ уңында тота.

Программала ҡатнашыусыларҙың исемлеге «Рәсәй ғаиләһе өсөн торлаҡ» программаһында ҡатнашыуға хоҡуҡлы граждандар менән сикләнгән. Бында торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар сифатында иҫәптә тороусылар, шулай уҡ 35 йәшкә тиклемге йәш ғаиләләр һәм күсемһеҙ милектәре булыу-булмауға ҡарамаҫтан, ике һәм унан да күберәк бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән ғаиләләр инә.

Сара республика ҡаҙнаһы аҡсаһы иҫәбенә финанслана. 2016 йылда ошо маҡсатҡа 27,7 миллион, киләһе йылдарҙа йыл һайын 50 миллион һум ҡаралған.

Финанслау күләменән сығып, программаға 1800 самаһы кредитты индерергә мөмкин. Ҡабаттан иҫәпләгәндә, өҫтәмә торлаҡ төҙөү яҡынса 97 мең квадрат метр тәшкил итәсәк.