6 декабрь, Шишәмбе

19 сентябрь 2016 йыл, 13:09

Башҡортостанда Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауға килеү күрһәткесе 72,23 процент тәшкил итте

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауға килеү күрһәткесе 72,23 процент тәшкил итте. Әлегә протоколдарҙың 94 проценты ғына эшкәртелгән. Һайлаусыларҙың 58,73 проценты «Берҙәм Рәсәй» партияһы өсөн тауыш биргән. Икенсе урында КПРФ — 18,45 процент, өсөнсөлә ЛДПР — 9,75 процент. «Ғәҙел Рәсәй» партияһы (6,27) дүртенсе урын биләй. Был хаҡта республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев бөгөн үткән брифингта белдерҙе.

Алты округта депутат мандаттары өсөн 47 кандидат көрәште. Шуларҙың бишәүһендә һайлаусылар «Берҙәм Рәсәй» вәкилдәренә өҫтөнлөк бирҙе. Мәҫәлән, Өфө бер мандатлы округында Павел Качкаев (57,66 процент), Благовещенда — Илдар Бикбаев (52,28), Белоретта — Зөһрә Рәхмәтуллина (49,51), Салауатта — Зариф Байғусҡаров (57,41), Стәрлетамаҡта Алексей Изотов (48,59) еңеп сыҡты. Нефтекама округында «Граждандар платформаһы» вәкиле Рифат Шәйхетдинов еңеү яуланы (45,25 процент).

Республика Дәүләт Йыйылышына өҫтәмә һайлауҙа Инорс округында Евгений Семивеличенко — 53,08, Нарыш бер мандатлы һайлау округында Раил Фәхретдинов 73,59 процент тауыш йыйҙы.

Хәйҙәр Вәлиев әйтеүенсә,был һуңғы мәғлүмәттәр түгел .