Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.14 ↑

EUR 69.46 ↓

14 декабрь, Кесе йома

Уфа   °

Республикала 23 мең эшһеҙ һәм 37 мең вакансия иҫәпләнә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Әле Башҡортостанда 23 мең рәсми теркәлгән эшһеҙ һәм 37 мең самаһы вакансия иҫәпләнә.

Республикала теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,15 процент тәшкил итә.

Хәҙер баш ҡаланың мәшғүллек хеҙмәтендә яҡынса 7,5 мең кеше иҫәптә тора. Уларҙың 6,5 мең самаһы — эшһеҙ. Ҡаланың вакансиялар банкында 12,6 меңдән ашыу эш урыны иҫәпләнә.

Өфөлә көсөргәнешлек коэффициенты йәғни эшһеҙ граждандар һәм вакансияларҙың нисбәте 0,59-ға тиң. Теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,09 процент тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр Өфөләге Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә.

Йыл башынан хеҙмәт биржаһы ярҙамында 13,5 мең кеше эш тапҡан.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть