5 декабрь, Дүшәмбе

19 сентябрь 2016 йыл, 12:06

Өфөлә Затон күперен төҙөү тамамлана

фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфөләге Затон күперендә асфальттың икенсе ҡатламын һалыу буйынса эштәр тамамланды.

Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгә күпергә асфальт-бетон япмаһы түшәлгән. Юлсыларға күпер үткәүеленә инеү юлына асфальт һалырға ғына ҡалды.

Бынан тыш, Ағиҙел йылғаһы аша төҙөлгән яңы күперҙә яҡтыртыу бағаналары һәм юл ҡоймалары ҡуйылған. Тиҙҙән иҫке һәм яңы күперҙәрҙә ике автоматлаштырылған юл хәрәкәте менән идара итеү системаһы барлыҡҡа киләсәк, улар водителдәрҙе һауа шарттары һәм тиҙлек режимы хаҡында иҫкәртәсәк.

Затон күпере М7 «Волга» федераль трассаһы яғынан баш ҡалаға инеү мөмкинлеге бирәсәк. Ул үҙенсәлекле яһалма ҡоролмалар иҫәбенә ингән. Рәсәй Хөкүмәте бойороғона ярашлы бындай ҡоролмалар төҙөүгә һәм ғәмәлдәгеләрен төҙөкләндереүгә 12 миллиард һум аҡса бүленгән. Башҡортостан иһә уның 1,5 миллиард һумын алды. Дөйөм алғанда, дәүләт ҡаҙнаһынан йүнәлтелгән аҡсаға 19 төбәктәге 31 күперҙе реконструкциялау ҡаралған.

Өфөләге яңы күперҙе октябрь айында асыу күҙаллана.