Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡорт һылыуҡайы «Мисс Азия Санкт-Петербург-2016» конкурсында ҡатнаша

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Башҡорт һылыуҡайы Илнара Үтәшева «Мисс Азия Санкт-Петербург-2016» халыҡ-ара матурлыҡ һәм талант конкурсында ҡатнаша. Кисә ул кастинг үтте һәм социаль селтәрҙәрҙә ошо хаҡта хәбәр итте.

Йылайыр районында тыуып үҫкән ҡыҙ Санкт-Петербург дәүләт аграр университетында белем ала, «DartleDance» бейеү студияһын етәкләй. 2015 йылда «Һылыуҡай» республика матурлыҡ бәйгеһендә Гран-приға лайыҡ булды. Илнара төрлө сараларҙы ойоштороуҙа ҡатнаша, быйыл «Студентлыҡҡа бағышлау» кисәһен ойоштороусыларҙың береһе булып сығыш яһаны.

«Мисс Азия Санкт-Петербург» конкурсын ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, быйыл ҡатнашыусыларҙы ҡыҙыҡлы номерҙар, модель бизнесы һәм шоу-бизнес йондоҙҙары менән осрашыуҙар, шулай уҡ билдәле дизайнерҙарҙан иҫ киткес матур күлдәктәр көтә.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть