10 декабрь, Шәмбе

19 сентябрь 2016 йыл, 9:17

Протоколдарҙың 70 процентын эшкәрткәндән һуң республикала «Берҙәм Рәсәй» алда бара

фото: Валерий Шахов

ӨФӨ, 2016 йыл, 19 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Протоколдарҙың 71 процентын эшкәрткәндән һуң Башҡортостанда берҙәм федераль округ буйынса «Берҙәм Рәсәй» партияһы алда бара. Ул 59 процент тауыш йыя, тип хәбәр иттеләр республика Үҙәк һайлау комиссияһында. Һайлаусыларҙың 18 проценты КПРФ өсөн тауыш биргән. Өсөнсө урында ЛДПР — 9 процент. «Ғәҙел Рәсәй» 6 процент тауыш йыйған.

Кисә Башҡортостанда етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһына, урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына депутаттар һайлау, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға өҫтәмә һайлау уҙҙы.

Парламент һайлауҙарында 14 сәйәси партия ҡатнашты. Алты бер мандатлы һайлау округтарында Дәүләт Думаһындағы депутат мандаттары өсөн 47 кандидат көрәште.

2-се Инорс бер мандатлы һайлау округы һәм 19-сы Нарыш бер мандатлы һайлау округы буйынса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына өҫтәмә һайлау уҙғарылды. Ҡануниәт йыйылышындағы урын өсөн һигеҙ кандидат көрәш алып барҙы. Урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына һайлауҙа депутатлыҡҡа 4707 кандидат дәғүә итте.

темалар: һайлау