Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Төбәктә Муса Гәрәев исемендәге участкала һайлауға килеү күрһәткесе 76 проценттан артҡан

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда исемле һайлау участкалары араһында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге 2062-се участка алда бара. Унда халыҡтың 76 проценттан ашыуы көндөҙгө сәғәт 3-кә тиклем тауыш биргән. Был хаҡта журналистар өсөн брифингта республика Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова хәбәр итте.

Башҡортостанда тәүге исемле һайлау участкалары 2014 йылдың авгусында барлыҡҡа килде. Республикала бөтәһе алты исемле һайлау участкаһы бар. Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы 767-се һайлау участкаһы Советтар Союзы Геройы Таһир Кусимовтың исемен йөрөтә, Ҡырмыҫҡалы районының Шайморатов ауылындағы 2316-сы участкаға генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың исеме бирелгән. Бәләбәй районының Надеждин ауылындағы 1222-се һайлау участкаһы яҙыусы Сергей Аксаковтың исемен йөрөтә. 2015 йылда баш ҡаланың Дим районындағы 24-се һайлау участкаһына Советтар Союзы Геройы Иван Рыбалконың исеме бирелде. Илеш районының Бишҡурай ауылындағы 2062-се участка ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтең, Мәсетле районының Ләмәҙтамаҡ ауылындағы 2629-сы участка I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры Вафа Әхмәҙуллиндың исемен йөрөтә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть