Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66 ↑

EUR 63.72 ↓

21 ғинуар, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Russian Dance Awards» тәүге бейеү премияһы ойошторола

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

8 сентябрҙән ҡала округы хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитеты ҡатнашлығында Өфөлә «Russian Dance Awards» тәүге бейеү премияһы уҙғарыла. Сара 22 октябргә тиклем дауам итә. Уның маҡсаты — ҡаланың иң яҡшы бейеү коллективтарын һәм бейеүселәрен бер сәхнәлә туплау.

Ойоштороусылар — «GoDance.tv» 1-се бейеү порталы һәм DFM Ufa радиоһы. Башҡортостан юлдаш телеканалы сараның генераль мәғлүмәт партнёры булып сығыш яһаны.

«Russian Dance Awards» бейеү премияһында төрлө йәштәге, бейеү йүнәлешендәге һәм әҙерлек кимәлендәге бейеүселәр үҙ көсөн һынай ала.

Номинанттарҙы һайлап алыу ике этапта уҙа — премияның сайтында онлайн-тауыш биреү һәм ҙур аудитория алдында сығыш яһау.

Ҡатнашыусыларҙың оҫталығын компетентлы жюри баһалай. Уның составында республиканың күренекле кешеләре эшләй.

Ҡабул ителгән ғаризалар буйынса, сарала 200-ҙән ашыу кешенең ҡатнашыуы, шулай уҡ 1000-дән ашыу тамашасының килеүе көтөлә.

Тулыраҡ мәғлүмәт премияның рәсми сайтында бирелгән.

Конкурстың финалы 22 октябрҙә «Өфө уттары» күңел асыу комплексында уҙа.

Белешмә өсөн телефон: +7 (927) 33-333-39; электрон почта pr@godance.tv

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть