4 декабрь, Йәкшәмбе

18 сентябрь 2016 йыл, 17:17

Республикала һайлауға килеү күрһәткесе 39 проценттан артҡан

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда парламент һайлауҙарында ҡатнашыу күрһәткесе 39,12 проценттан артҡан. Был — 1 миллион 189 мең 296 кеше. Был хаҡта журналистар өсөн брифингта республика Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова һөйләне.

Бөгөн — Башҡортостанда Берҙәм тауыш биреү көнө. Иртәнге сәғәт 8-ҙә республикала 3426 һайлау участкаһы асылды. Төбәктә етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһына, урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына депутаттар һайлау, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға өҫтәмә һайлау уҙғарыла.

38 һайлау участкаһы дауаханаларҙа, шифаханаларҙа, тикшереү изоляторҙарында, «Өфө» станцияһының тимер юл вокзалында урынлашҡан.

Парламент һайлауҙарында 14 сәйәси партия ҡатнаша. Алты бер мандатлы һайлау округтарында Дәүләт Думаһындағы депутат мандаттары өсөн 47 кандидат көрәшә, уларҙың барыһын да сәйәси партиялар күрһәткән.