Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↓

EUR 61.96 ↓

28 март, Шишәмбе

Уфа   °

Республиканың «Һәр йортҡа, һәр фатирға — янғын хәбәр итеүсе аппарат» проекты АСИ конкурсы исемлегенә эләкте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Стратегик башланғыстар агентлығы (АСИ) версияһы буйынса «Һәр йортҡа, һәр фатирға — янғын хәбәр итеүсе аппарат» проекты Рәсәйҙең иң яҡшы социаль-иҡтисади үҫеш тәжрибәләре һәм башланғыстары исемлегенә инде. Мәғлүмәт агентлыҡтың сайтында баҫылған.

Жюри ил төбәктәрендәге 19 тәжрибәнән исемлек төҙөгән. Наградалар социаль-иҡтисади сәйәсәт, йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, кешелек капиталын үҫтереү, йәмәғәтселек менән бәйләнеш, бюджетты планлаштырыу һәм дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеү сифаты номинациялары буйынса бүленә.

«Һәр йортҡа, һәр фатирға — янғын хәбәр итеүсе аппарат» проекты «Йәшәү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу» номинацияһына лайыҡ булды.

Стратегик башланғыстар агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, конкурсҡа бөтәһе илдең 68 төбәгенән 302 ғариза килгән. Алты номинацияла еңеүселәр «Сочи-2016» халыҡ-ара инвестиция форумы барышында 30 сентябрҙә билдәләнә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть