Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Төбәктә Дәүләт Думаһына һайлауҙа 12 халыҡ-ара күҙәтеүсе эшләй

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда 12 халыҡ-ара күҙәтеүсе, шул иҫәптән Европала хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошманан (ОБСЕ) 10 кеше һайлауҙың асыҡлығын күҙәтә. Был хаҡта брифингта Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев һөйләне.

Төбәктә бер ай самаһы Европала хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошманан оҙайлы ваҡытҡа килгән ике күҙәтеүсе эшләй. Улар — Демократия институттары һәм кеше хоҡуҡтары бюроһы вәкилдәре Марша Вайнерман (АҠШ) менән Оганез Казарян (Әрмәнстан). Эксперттар иҫәбендә — Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенән Денис Тимохин. 19 сентябрҙә журналистар өсөн брифингта уларҙың эш йомғаҡтары тәҡдим ителә.

Республика һайлау участкаларында бөтәһе 9906 күҙәтеүсе эшләй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть