Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов һайлауҙа ҡатнашты

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/.

18 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федераль Йыйылышының етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы, шулай уҡ Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы депутаттарын һайлауҙа ҡатнашты.

Республика етәксеһе «Башҡортостан» дәүләт концерт залында 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе.

– Илебеҙҙең миллиондарса гражданы кеүек мин дә тауыш биреүҙә ҡатнашам, – тине Рөстәм Хәмитов. – Киләсәгебеҙ бөгөн кемде һәм нисек һайлауыбыҙға бәйле. Шуға күрә депутатлыҡҡа кандидаттарҙың исемлегенә тағы ла бер тапҡыр ҡарап, дөрөҫ һайлау мөһим.

Республика Башлығы фекеренсә, быйыл һайлау кампанияһы тыныс үтә.

– Бер ниндәй ҙә баҫым юҡ. Барыһы ла тейешенсә эшләй, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды республика етәксеһе. – Шуға күрә әлеге кампания көсөргәнешлек, эске конфликт менән айырылып тора, тип әйтмәҫ инем. Был сәйәси мәҙәниәттең формалашыуы тураһында һөйләй. Күптәр өсөн өҫтөнлөктәр билдәләнгән, һәм мин ошо йүнәлештән тайпылыуҙар күрмәйем.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть