6 декабрь, Шишәмбе

18 сентябрь 2016 йыл, 14:44

Башҡортостанда Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа тауыш биреү бара

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа тауыш биреү бара. Иртәнге сәғәт 8-ҙә республикала 3426 һайлау участкаһы асылды. Бөгөн, 18 сентябрҙә, етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһына, урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына депутаттар һайлау, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға өҫтәмә һайлау уҙғарыла.

Һайлаусыларҙы 3426 һайлау участкаларында көтәләр, шуларҙың 38-е дауаханаларҙа, шифаханаларҙа, тикшереү изоляторҙарында, «Өфө» станцияһының тимер юл вокзалында урынлашҡан.

Йәшәгән урыны буйынса теркәлмәгән граждандар сәйәси партияларҙан кандидаттарҙың федераль исемлеге өсөн 119-сы һайлау участкаһында тауыш бирә ала. Адресы: Өфө ҡалаһы, Посад урамы, 26.

Парламент һайлауҙарында 14 сәйәси партия ҡатнаша. Алты бер мандатлы һайлау округтарында Дәүләт Думаһындағы депутат мандаттары өсөн 47 кандидат көрәшә, уларҙың барыһын да сәйәси партиялар күрһәткән.

2-се Инорс бер мандатлы һайлау округы һәм 19-сы Нарыш бер мандатлы һайлау округы буйынса Башҡортостан Дәүләт Йыйылышына өҫтәмә һайлау уҙғарыла. Ҡануниәт йыйылышындағы урын өсөн һигеҙ кандидат көрәш алып бара.

Урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына һайлауҙа 4707 кандидат теркәлгән, уларҙың 1209-ы үҙ-үҙен күрһәткән. Ҡалғандарын 13 сәйәси партия һәм бер йәмәғәт берләшмәһе тәҡдим иткән.