6 декабрь, Шишәмбе

18 сентябрь 2016 йыл, 13:53

Рөстәм Хәмитов тиҙ ярҙам күрһәтеү машиналары һәм мәктәп автобустары алыу өсөн сертификаттар тапшырҙы

фото: Олег Яровиков, Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 18 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 16 сентябрҙә Өфөләге Конгресс-холда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов үҙәк район дауаханаларының баш табиптарына һәм дөйөм белем биреү учреждениелары директорҙарына тиҙ медицина ярҙамы күрһәтеү машиналары һәм мәктәп автобустары алыу өсөн сертификаттар тапшырҙы.

Республика мәктәптәре һәм дауаханалары өсөн автотранспорт Рәсәй Хөкүмәте бойороҡтарына ярашлы федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡсаға һатып алынған.

Атап әйткәндә, Башҡортостан 38 тиҙ ярҙам күрһәтеү машинаһы алды. Республика мәктәптәренә 58 автобус бүленде.

Төбәк етәксеһе мәктәптәргә һәм медицина учреждениеларына тапшырыласаҡ транспортты ҡараны һәм уңайлыҡ, хәүефһеҙлек йәһәтенән баһаланы.

– Бөгөн беҙҙең өсөн һәйбәт көн. Мәғариф министрлығының һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығының автомобилдәр паркы федераль ресурстар иҫәбенә тулыланды. Беҙ 38 тиҙ ярҙам машинаһы һәм 58 мәктәп автобусы алдыҡ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Тиҙ ярҙам күрһәтеү автомобилдәре паркын йышыраҡ яңыртып тороу кәрәклеген барыбыҙ ҙа беләбеҙ. Беҙҙә 600 самаһы тиҙ ярҙам машинаһы бар, шуларҙың өстән ике өлөшө иҫкергән. Шуға күрә тиҙ ярҙам станцияларына, дауаханаларға яңы автомобилдәр һатып алырға кәрәк.  Әлеге мәсьәлә мәғариф системаһы өсөн автобустарға ла ҡағыла. Белем усаҡтарында 1 200-ҙән ашыу автобус эшләй. Һуңғы йылда 250 машина һатып алдыҡ. Был һәйбәт һөҙөмтә, шулай ҙа яңы автомобилдәр, автобустар талап ителә. Беҙ тормошобоҙҙоң мөһим тармаҡтарын матди-техник яҡтан йыһазландырыу өҫтөндә эште дауам итәсәкбеҙ.