10 декабрь, Шәмбе

16 сентябрь 2016 йыл, 17:36

Башҡортостан төбәк финансына идара итеү сифатының юғары булыуын раҫланы

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Олеся Серёгина/. Башҡортостан йәнә төбәк финансына идара итеү сифаты юғары булған субъекттар иҫәбенә инде. Республика федераль рейтингтың юғары баҫҡысын дүрт йыл рәттән биләй, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Финанс министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.

Рәсәй Финанс министрлығы 2015 йыл йомғаҡтары буйынса мониторинг һөҙөмтәләрен иғлан итте. Баһа биргәндә ҡаҙнаны планлаштырыу һәм үтәү, дәүләт милкенә идара итеү, муниципалитеттар менән финанс мөнәсәбәттәре һәм бюджет процесының асыҡлығы кеүек күрһәткестәр иҫәпкә алына.