11 декабрь, Йәкшәмбе

16 сентябрь 2016 йыл, 16:44

Өфөлә Классик музыка марафоны ойошторола

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 22 сентябрҙә Өфөлә Классик музыка марафоны ойошторола. Асыҡ һауалағы концертта донъя композиторҙарының иң яҡшы әҫәрҙәре яңғырай. Башҡарыусылар — Өфө Ҡала мәҙәниәт һарайының, шулай уҡ Ырымбурҙың һәм Ҡазандың тынлы оркестрҙары.

Ойоштороусылар урам музыканттары, тере скульптуралар ҡатнашлығында ижади аллея булдырасаҡ. Бейеү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, арт-галерея һәм фотозона ҡаралған. Сара киске сәғәт 6-ла В.И.Ленин исемендәге паркта башлана. Адресы: Зәки Вәлиди урамы, 34.

Проекттың идеяһы 2014 йылда Өфөлә барлыҡҡа килде. Бер йылдан Классик музыка марафоны үҙенең географияһын киңәйтте. Һәр ҡалала Ҡала мәҙәниәт һарайының тынлы оркестры яңы программа менән сығыш яһай. Проектты ойоштороусылар — «Уфанет» компанияһы һәм «ЯН» продюсер үҙәге. Төп мәғлүмәт партнеры — UTV телеканалы.