3 декабрь, Шәмбе

16 сентябрь 2016 йыл, 15:55

Төбәктә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәүсе система менән тәүге тимер юл аша торған урын барлыҡҡа килде

фото: Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда тимер юл аша сыға торған урындарҙың береһендә һынау режимында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙы теркәү комплексы эшләй.

Тәжрибәнең төп бурысы — юл-транспорт ваҡиғалары һанын кәметеү, водителдәрҙең иғтибарлығын арттырыу.

Комплекс транспорт сараһын автоматик рәүештә таный һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен асыҡлай. Башҡортостан Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, видеотеркәүҙең юғары техник характеристикаһы, камераларҙы «Хәүефһеҙ ҡала» видеокүҙәтеү системаһының бер өлөшө булараҡ файҙаланыу, транспорт сараларын эҙләү мәсьәләһен хәл итеү, 60-тан ашыу илдең дәүләт теркәү билдәһен таныу мөмкинлеге, хоҡуҡ боҙоу теркәлгән ваҡытты билдәләү системаһы комплекстың төп өҫтөнлөктәре булып тора.