6 декабрь, Шишәмбе

16 сентябрь 2016 йыл, 14:48

Өфөләге Йәштәр һарайы янында тәүге көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәһе уҙа

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 17 сентябрҙә өфөләрҙе Совет районының тәүге көҙгө ауыл хужалығы йәрминкәһенә саҡыралар. Йәрминкә, ғәҙәттәгесә, Йәштәр һарайы янында ойошторола.

Өфө хакимиәтендә билдәләүҙәренсә, ошондай йәрминкәләр ҡала халҡы өсөн осһоҙ хаҡҡа бал, яңы йәшелсә, еләк-емеш, үҫемлек майы һәм һөт ризыҡтарын һатыу алыу мөмкинлеге ул. Ауыл хужалығы йәрминкәләрендә һатылған продукцияның сифаты ла тикшерелә.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 17-18 сентябрҙә иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 4-кә тиклем Өфөнөң бер нисә районында йәрминкәләр уҙғарыла.