Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Башҡортостан федераль программаларҙы тормошҡа ашырыу өсөн 8,2 миллиард һум аҡса аласаҡ

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостан Хөкүмәтендә төбәктә федераль маҡсатлы программа сараларын тормошҡа ашырыу тикшерелде. Кәңәшмә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары — Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов етәкселегендә үтте.

Кәңәшмәлә хәбәр итеүҙәренсә, ошо йылдың тәүге алты айында республика башҡарма власть органдары федераль программаларҙа ҡатнашыу өсөн 8,6 миллиард һумлыҡ суммаға 254 ғариза биргән. Һүҙ нигеҙҙә мәғариф, мәҙәниәт, ауыл хужалығы һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге программа саралары тураһында бара.

Әлеге ваҡытҡа 8,2 миллиард һумлыҡ суммаға бирелгән ғаризаларҙың 19-ы буйынса раҫлауҙар бар, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть