7 декабрь, Шаршамбы

16 сентябрь 2016 йыл, 12:24

«Ятаған» этно-төркөмө халыҡ-ара гастролдәргә сыға

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың «Ятаған» этно-төркөмө халыҡ-ара гастролдәрҙә ҡатнаша. 25 сентябрҙән 8 октябргә тиклем Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда, Төркиәлә һәм Кипрҙа төрки илдәренең бойондороҡһоҙлоғоноң 25 йыллығына арналған концерттар ойошторола. «Ятаған» төркөмө музыканттары ТӨРКСОЙ-ҙың Йәштәр камера оркестры составына инә.

«Беҙ йыйылма оркестр оҙатыуында әҫәрҙәребеҙҙең береһен тәҡдим итәбеҙ. Шулай уҡ оркестр составында башҡа халыҡтарҙың көйҙәрен башҡарабыҙ», — тине төркөмдөң етәксеһе Илдар Шакир.

«Ятаған» ансамблендә Илдар Шакир (етәксе, ятаған, думбыра), Морат Йәноҙаҡов (ҡурай), Рәсим Лоғаманов (һуҡма), Аяз Нухов (ҡыл-ҡумыҙ, виолончель) сығыш яһай. Ансамблдең репертуарында һирәк яңғыраған милли фольклор өлгөләре бар.

ТӨРКСОЙ-ҙың Йәштәр камера оркестры 2010 йылда ойошторолған. Уның маҡсаты — төрки мәҙәниәтен, төрки классик музыка әҫәрҙәрен популярлаштырыуға һәм уның менән яҡынданыраҡ таныштырыуға булышлыҡ итеү. Оркестрҙа йәш талантлы музыканттар эшләй. Төрки илдәренең бойондороҡһоҙлоғоноң 25 йыллығына бағышланған концерттарға Ҡаҙағстан һәм Азербайжан дирижерҙары Әнүәр Аҡбаров һәм Мостафа Мехмандаров етәкселек итә. Быйыл оркестрҙа Азербайжан, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Төркмәнстан һәм Башҡортостандан музыканттар бар.