7 декабрь, Шаршамбы

16 сентябрь 2016 йыл, 11:34

Республикала пенсия түләү өсөн 130 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Йыл башынан Башҡортостанда пенсия түләү өсөн 130 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Төбәктә пенсиялар һәм социаль түләүҙәр ваҡытында һәм тулы күләмдә финанслана, тип хәбәр иттеләр Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.

Быйыл илдең Пенсия фонды түләгән пенсияларҙың бөтә төрҙәре 4 процентҡа индексацияланды. Өҫтәүенә эшләмәгән пенсионерҙарҙың страховка пенсиялары индексацияланды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2017 йылдың ғинуар айында һәр пенсионер, эшләйме-эшләмәйме, 5 мең һум аҡса аласаҡ.

Бер тапҡыр бирелә торған түләү Рәсәй биләмәһендә даими йәшәгән пенсионерҙар өсөн ҡаралған. Уны алыу өсөн Пенсия фондына мөрәжәғәт итергә йәки ғариза яҙырға кәрәкмәй. Киләһе йылдың ғинуарында 1,153 миллион пенсионерға бер тапҡыр компенсация түләү өсөн Башҡортостанға 5,7 миллиард һумдан ашыу аҡса талап ителә.