5 декабрь, Дүшәмбе

16 сентябрь 2016 йыл, 11:07

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 16 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 15 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Сәнәғәт, төҙөлөш, транспорт һәм авиация, ауыл хужалығы, аҙыҡ-түлек индустрияһы һәм йәмәғәт туҡланыуы, дәүләт хеҙмәте, муниципаль идара итеү, суд системаһы, юридик һәм финанс өлкәһе, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, сәнғәт, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары, физкультура һәм спорт өлкәләрендә эшләгән 54 хеҙмәткәрҙең, шулай уҡ йәмәғәт эшмәкәрҙәренең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, маҡтаулы исемдәр, почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

– Һеҙҙе уңыштарығыҙ менән ихлас ҡотлайым һәм яҡшы, оҙаҡ, әүҙем эшләгәнегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Барығыҙға ла һаулыҡ, уңыштар юлдаш булһын, – тине Рөстәм Хәмитов. – Эшегеҙ хеҙмәт коллективтарын бергә тупларға, бөтә йүнәлештәр буйынса яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин икәнлеген күрһәтә. Һеҙ намыҫлы хеҙмәт өлгөһө булып тораһығыҙ.

Сығыштың тулы стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәр исемлеге республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.