4 декабрь, Йәкшәмбе

15 сентябрь 2016 йыл, 17:26

Башҡортостан Башлығы республика журналистарына наградалар тапшырҙы

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республика журналистарына наградалар тапшырҙы. Бүләкләү тантанаһы Ауыл хужалығы министрлығының Колонналар залында уҙҙы.

«Йәшлек» гәзите редакцияһы директоры, Журналистар берлеге рәйесе Артур Дәүләтбәковҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде.

«Вечерняя Уфа» гәзите баш мөхәрриренең беренсе урынбаҫары, танылған журналист Илүзә Ҡапҡаева һәм «Башҡортостан» ТРК ДУП-ның тыуған яҡты өйрәнеү тапшырыуҙары бүлеге мөхәррире Ирина Миңлеғәлиева Башҡортостандың Почет грамотаһы менән билдәләнде.

«Башинформ» агентлығы коллегаларын ихлас ҡотлай һәм артабан да ижади уңыштар теләй.