9 декабрь, Йома

15 сентябрь 2016 йыл, 16:17

Баш ҡалала Вәкил Шәйхетдиновтың юбилей күргәҙмәһе асыла

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Бөгөн, 15 сентябрҙә, М.В.Нестеров исемендәге художество музейында Вәкил Шәйхетдиновтың рәсемдәр күргәҙмәһе асыла. Проект рәссамға 65 йәш тулыуға арналған. Бүлек мөдире Оксана Мельник хәбәр итеүенсә, 80-гә яҡын эш автор ижадының төрлө осорҙарын сағылдыра.

Музейҙың өс залында пейзаждар, сәнғәт һәм фән эшмәкәрҙәренең портреттары, эштәр серияһы урын алған. «Икърар» тип аталған эш Мәккәгә хаж ҡылғандан һуң ижад ителгән. Ул иудаизм, христиан, ислам диндәре тарихына бағышланған. Экспозицияға ҡуйылған бөтә эштәр ҙә тиерлек авторҙың шәхси фондынан, бер өлөшө музей коллекцияһынан алынған.

Күргәҙмә 16 октябргә тиклем дауам итә.

Вәкил Шәйхетдинов — Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. Республика, төбәк, ил, халыҡ-ара кимәлдә ойошторолған күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Уның иҫәбендә — Башҡортостан һәм Рәсәй ҡалаларында 20-нән ашыу шәхси күргәҙмә.

темалар: күргәҙмә