8 декабрь, Кесе йома

15 сентябрь 2016 йыл, 15:38

Өфө бюджет туризмы буйынса тәүге унау иҫәбенә инде

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфө бюджет туризмы буйынса тәүге унау иҫәбенә инде. Ҡала хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, республиканың баш ҡалаһы йәшәү өсөн тәүлегенә арзан хаҡ алынған тәүге унау рәтендә һуңғы урынды биләне. Уға ҡунаҡханала йәшәү, кафела төшкө аш ашау һәм урындағы музейға барыу инә. Был рейтингты RoomGuru сервисы төҙөгән.

Иҫәпләүҙәр буйынса, Өфөлә ял итеү тәүлегенә ике турисҡа 2210 һумға төшәсәк. Исемлек лидеры — Волгоград менән айырма 500 һумдан кәмерәк тәшкил иткән. Бында тәүлегенә 1870 һум һорайҙар. Икенсе урында Кемерово — 1930 һум, өсөнсөлә Барнаул — 1 970 һум. Иң ҡиммәтле ҡалалар — Петропавловск-Камчатский, Абакан һәм Анадырь. Был ҡалаларҙа туристар тәүлегенә уртаса 2,4 мең һум түләй.

темалар: эске туризм