11 декабрь, Йәкшәмбе

15 сентябрь 2016 йыл, 14:30

Республикала 47 кандидат дума кампанияһының финиш һыҙығына сыҡты — Хәйҙәр Вәлиев

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда алты бер мандатлы һайлау округтарында 47 кандидат Дәүләт Думаһындағы депутат мандаттары өсөн алышасаҡ, уларҙың барыһын да сәйәси партиялар тәҡдим иткән. Республика Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы Хәйҙәр Вәлиев «Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында ошо хаҡта һөйләне.

Теркәлгән 52 кандидаттың дүртәүһе шәхси ғаризалары буйынса һайлау кампанияһында ҡатнашыуҙан баш тартҡан, берәүһе үлем менән бәйле.

Дәүләт Думаһына һайлау ҡатнаш система буйынса уҙғарыла: 225 депутат — партия исемлеге, 225-е бер мандатлы округтар буйынса һайлана. Башҡортостанда Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауға алты бер мандатлы округтар буйынса 50 кандидат теркәлгән. Бер урынға 8-9 кеше дәғүә итә.

Парламент һайлауҙарында 14 сәйәси партия ҡатнаша. Был 2011 йылғы һайлауға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк. Башҡортостанда бөтә партияларҙың да төбәк төркөмдәре бар.