3 декабрь, Шәмбе

15 сентябрь 2016 йыл, 13:46

Өфөлә «Владимир Спиваков саҡыра…» икенсе Халыҡ-ара фестивале асылды

фото: Георгий Шишкин

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Кисә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында Рәсәй Милли филармония оркестрының ғәҙәти булмаған концерты уҙҙы. «Владимир Спиваков саҡыра…» икенсе Халыҡ-ара фестивален Чаплин сәғәте асты. Маэстро етәкселегендәге оркестр 1931 йылда төшөрөлгән «Ҙур ҡаланың уттары» тигән фильм күрһәтте. Фильмға музыканы Чарли Чаплин үҙе ижад иткән.

Сәғәт ярым самаһы дауам иткән тамашаға балалар ҙа, йәштәр ҙә, өлкәндәр ҙә килгәйне. Музыка һәм фильм барыһын да ныҡ тәьҫирләндерҙе. Чаплиндың сценарист, режиссер, төп ролде башҡарыусы, продюсер, балетмейстер, композитор булараҡ сығыш яһауы күптәр өсөн асыш булды.

«Ҙур ҡаланың уттары» фильмы һуҡыр ҡыҙҙы ҡотҡарған герой (Чарли Чаплин) хаҡында бәйән итә. Ҡыҙ уны хәлле кеше тип уйлай, фильм аҙағында иһә берәҙәк икәнлеген белә.

Владимир Спиваков барлыҡ тыңлаусыларға ла рәхмәт әйтте һәм Өфөлә сығыш яһауына шат булыуын белдерҙе. Музыкант һүҙҙәренсә, «Ҙур ҡаланың уттары» — кеше күңеленә мөрәжәғәт итеү, шәфҡәтле булырға саҡырыу ул.

Ул шулай уҡ М.В.Нестеров исемендәге художество музейына үҙе өсөн ҡәҙерле булған картинаһын бүләк итте.

«Беренсе Халыҡ-ара скрипкасылар конкурсын үткәргәне өсөн мин Өфөгә рәхмәтлемен. Ошо бәйгелә еңеү яулаған Даниэль Лозакович (Швеция) танылған музыканттар ғүмер буйына хыялланған файҙалы килешеү төҙөнө. Гастролдәргә сыҡҡанда ул Башҡортостанды, Өфөнө лә данлаясаҡ, сөнки тап ошонда үҙе өсөн мөһим булған конкурста еңеүсе булды».

Маэстро өфөләрҙе 15 һәм 16 сентябрҙә үтәсәк концертҡа саҡырҙы. 15 сентябрҙә Чайковскийҙың һәм Григтың музыкаһы яңғырай, солистар — Рөстәм Хәмиҙуллин (Өфө) һәм халыҡ-ара конкурстар еңеүсеһе, 14 йәшлек Александр Малофеев.

Белешмә. Былтыр сентябрь айында Өфөлә «Владимир Спиваков саҡыра…» беренсе Халыҡ-ара фестивале үтте. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ярҙамында Рәсәй һәм сит ил ҡалаларында уҙғарылған фестиваль заманыбыҙҙың бөйөк музыканты тыуған ҡалала тәүге тапҡыр ойошторолдо.