9 декабрь, Йома

15 сентябрь 2016 йыл, 12:00

Быйыл республиканың юл хужалығына 15 миллиард һум йүнәлтелгән – Рөстәм Хәмитов

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 2016 йылда Башҡортостандың юл хужалығы 15 миллиард һум аласаҡ. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Күмертау һәм Көйөргәҙе районы активтары менән осрашыуҙа ошо хаҡта белдерҙе.

– Республика буйлап күп йөрөйөм һәм юлдарҙың яңыртылыуын күрәм. Быйыл юл хужалығына 15 миллиард һум бүленә. Нигеҙҙә, бөтә аҡса ремонт, тергеҙеү эштәренә йүнәлтелә. Башҡортостандың юл хужалығы бер ҡасан да шунса аҡса күрмәне. Беҙ 10-11 миллиард һум кимәлендә эшләнек, – тине республика етәксеһе. – М5 һәм М7 федераль трассаларын төҙөү өсөн дә 7-8 миллиард һум инвестиция бар. Шулай итеп, 20 миллиард һумдан ашып китә.

Республика Башлығы әйтеүенсә, Башҡортостанда юлдарҙың оҙонлоғо – 50 мең километрҙан ашыу, шуларҙың 30-35 проценты ғына нормаға тап килә.

– Тиҫтә йылдар буйына яраҡһыҙға әйләнгән юлдарҙы бер көн йәки йыл эсендә эшләү мөмкин түгеллеген аңларға кәрәк. Мин юлсыларҙы яҡламайым. Улар минән тәнҡит һүҙҙәре генә ишетә. Был эште беләбеҙ, аңлайбыҙ һәм бөтә юлдарҙы тәртипкә килтереү өсөн тырышабыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Ошо йәһәттән алға табан барабыҙ. Барыһын да үҙегеҙ күреп тораһығыҙ. Әммә был ғына аҙ. Тимәк, әһәмиәтлерәк юл фондтарын булдырырға кәрәк. Өҫтәүенә, яңы технологияларҙы үҙләштереү, заманса композиция материалдарын ҡулланыу мөһим. Шул саҡта бергәләп юл хужалығындағы хәлде яйға һаласаҡбыҙ.