7 декабрь, Шаршамбы

15 сентябрь 2016 йыл, 11:07

Башҡортостанда Берҙәм тауыш биреү көнөндә Йәмәғәт матбуғат үҙәге ойошторола

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева, Алик Шакиров/. Башҡортостанда Берҙәм тауыш биреү көнөндә Йәмәғәт матбуғат үҙәге эшләй. Республика Журналистар союзы 18 сентябрҙә Берҙәм тауыш биреү көнөн яҡтыртыу өсөн киң мәғлүмәт саралары вәкилдәрен һәм блогерҙарҙы теркәй башланы. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында билдәләнеүенсә, һайлауҙарҙы яҡтыртыу буйынса Йәмәғәт матбуғат үҙәге республикала тәүгә ойошторола.

Иртәнге сәғәт 8-ҙә һайлау участкалары менән бергә «Holiday Inn Ufa» ҡунаҡханаһында заманса матбуғат үҙәге үҙ ишектәрен аса. Журналистар өсөн сәғәт һайын брифингтар, матбуғат конференциялары, түңәрәк өҫтәлдәр ойошторола, унда сәйәси партия вәкилдәре, эксперттар, политологтар сығыш яһай. Республика Үҙәк һайлау комиссияһы вәкилдәре видеоконференция аша төбәктә тауыш биреү барышы тураһында яңы мәғлүмәттәр менән таныштырасаҡ. Ойоштороусылар — Йәмәғәт палатаһы, «Граждандар контроле» йәмәғәт ойошмаһы һәм республика Журналистар союзы Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы менән тура бәйләнеш тәьмин итәсәк.

Йәмәғәт матбуғат үҙәгендә эшләү өсөн Башҡортостан Журналистар союзы сайтындағы анкетаны тултырып, 17 сентябргә тиклем journalist-rb@yandex.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк.

Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн телефон: (347) 276-42-66.