5 декабрь, Дүшәмбе

15 сентябрь 2016 йыл, 9:48

Күмертауҙа май экстракцияһы заводы төҙөлөшөнөң тәүге этабы тамамланды

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2016 йыл, 15 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Александр Смирнов/. 14 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Күмертауға эш сәфәре барышында Маячный ауылында тәүлегенә 1 200 тонна көнбағыш орлоғон эшкәртеү ҡеүәтенә эйә булған май экстракцияһы заводын төҙөү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыу барышын тикшерҙе.

2014 йылдан инвестициялар күләме 3 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән. Әлеге ваҡытта тәүлегенә 350 тонна сеймал эшкәртеү ҡеүәтенә эйә булған май һығыу цехын төҙөү проектын тормошҡа ашырыуҙың беренсе этабы тамамланған. Икенсе этапта экстракция цехы файҙаланыуға тапшырыла, был предприятиеға проект ҡеүәтенә сығырға мөмкинлек бирә. Төҙөлөш эштәрен 2017 йылда тамамлау күҙаллана.

Етештереү эшмәкәрлеген тәьмин итеү өсөн транспорт-логистика компанияһын булдырыу күҙ уңында тотола, тип хәбәр итте завод директоры Владимир Емелин. Бынан тыш, 65 мең тонна көнбағыш һыйҙырышлы яңы элеватор төҙөлә. Ул ике ашлыҡ киптереү комплексын һәм 18 силосты үҙ эсенә аласаҡ. Шуларҙың дүртәүһе – быйыл, ҡалғандары киләһе йылда ҡуйыла.

– Беҙ Маячный ауылында май экстракцияһы заводында булдыҡ. Төҙөлөшкә бүленәсәк 5,5-6 миллиард һум – нисек эшләргә кәрәклеккә яҡшы миҫал. Был предприятиеның тәүге сираты эшләй ҙә инде. 2017 йылдың аҙағына юғары технологиялы заманса предприятие файҙаланыуға тапшырылыр, тип ышанабыҙ, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Тиҙ үҫешеүсе биләмә статусы ҡалаға тағы ла бер нисә инвестор йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк, тип әйткем килә.

Рөстәм Хәмитов Көйөргәҙе районына эш сәфәре барышында «Роторфлай» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшмәкәрлеге менән танышты, «Күмертау-Арена» ябыҡ боҙ һарайы төҙөлөшөн ҡараны.