3 декабрь, Шәмбе

14 сентябрь 2016 йыл, 17:25

М.Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр конкурсы еңеүселәре билдәләнде

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. М.Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр конкурсының төбәк этабы еңеүселәре билдәле булды. Был хаҡта «Башҡортостан ҡыҙы» журналы хәбәр итә.

Беренсе урынды «Һабаҡ» хикәйәһе менән яҙыусы Таңсулпан Ғарипова яуланы. Икенселә — «Барабансы» хикәйәһе авторы Сабир Шәрипов. Өсөнсө премияға «Сәстәреңдән тотоп ҡарар инем» хикәйәһе менән Миңнур Ҡасимова лайыҡ булды. Тамара Искәндәриә, Әхмәр Үтәбай, Мөнир Ҡунафиндың хикәйәләре дәртләндереү приздары менән бүләкләнде.

«Бәйгегә 29 эш килде. Жюри ағзаларына иң яҡшы хикәйәләрҙе һайлап алыу еңелдән булманы, — тип хәбәр итте журналдың баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева. — Шуныһы ҡыуаныслы: авторҙарҙың әүҙемлеге арҡаһында редакциябыҙ бына тигән әҫәрҙәр менән байыны. Лауреаттарҙы бүләкләү тураһында һуңғараҡ хәбәр итербеҙ».

Әҙәби конкурс XI-XII быуаттың атаҡлы төрөк филологы һәм һүҙлексеһе Мәхмүт Ҡашғари исемен йөрөтә. Ижади бәйгелә төрки телле илдәр һәм төбәктәр ҡатнаша.

темалар: әҙәби конкурс