8 декабрь, Кесе йома

14 сентябрь 2016 йыл, 16:10

«Тамыр» балалар телеканалы «СМИротворец» конкурсында еңеү яуланы

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Тамыр» балалар телеканалы «СМИротворец-Волга» VIII Бөтә Рәсәй конкурсының Волга буйы федераль округы буйынса төбәк этабы еңеүселәренең береһе булды. «Тамыр» телеканалының «Был беҙ» тапшырыуҙар циклы «Балалар һәм йәштәр киң мәғлүмәт саралары» номинацияһында еңеү яуланы.

Конкурстың лауреаттары Һамарҙа иғлан ителде. Программаның режиссеры Адель Һөнәрғолова Һамар өлкәһе халыҡтары союзы рәйесе Ростислав Хугаев ҡулынан награда алды.

«Был беҙ» проекты өҫтөндә эшләү беҙҙең өсөн үҙенсәлекле имтихан булды, — тип һөйләне Адель. — Һынауҙы лайыҡлы үттек, тип уйлайым. Ижади төркөмөбөҙ бик татыу: мөхәррирҙәр Элина Бакирова, Татьяна Никитина, рәссамдар Арыҫлан Бикбай, Айрат Арыҫланов, монтажлау режиссеры Шамил Хәмитов».

Этник-ара журналистика гильдияһы президенты Маргарита Лянге «Был беҙ» сағыу үҙенсәлекле проекты менән һоҡланыуын белдерҙе. Ул тапшырыуҙың йөкмәткеһе ҡыҙыҡлы һәм тәрән, алып барыусыларҙың ихлас булыуын билдәләне.

«Бала саҡ — ғүмерҙең иң гүзәл мәле, — тип һөйләй «Тамыр» телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. — Беҙ уларҙың күңеленә изгелек орлоҡтары сәсеп ҡалырға тырышабыҙ. «Был беҙ» проекты аша Башҡортостан халыҡтарының матурлығын һәм байлығын, һәр милләттең үҙенсәлеген тамашасыға еткерә алғанбыҙҙыр тип уйлайым».

«СМИротворец-Волга» — «СМИротворец-2016» конкурсының тәүге төбәк этабы. Киләһе этап сентябрь аҙағында Улан-Удэ ҡалаһында уҙа. Беренсе урын алған эштәр автоматик рәүештә федераль исемлеккә эләгә. Еңеүселәр ноябрь айында Мәскәүҙә бүләкләнә.