10 декабрь, Шәмбе

14 сентябрь 2016 йыл, 14:04

Төбәктә 190 меңдән ашыу кеше киҙеүгә ҡаршы прививка яһатҡан

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда киҙеүҙе иҫкәртеү буйынса халыҡты иммунизациялау дауам итә. Бөгөнгә төбәктә 190 меңдән ашыу кешегә, шул иҫәптән 14 мең балаға прививка яһалған. Эш биреүсе, страховка компанияһы һәм башҡа сығанаҡтар иҫәбенә ике мең кеше вакцина алған.

Прививкалар йәшәгән йәки эшләгән урын буйынса, балаларға иһә белем биреү учреждениеларында бушлай эшләнә.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр иткәнсә, быйыл белгестәр 1,2 миллион кешегә, шул иҫәптән 300 мең балаға прививка яһарға ниәтләй (республика халҡының 30 проценты). Тәү сиратта уҡытыусыларға, медицина, торлаҡ-коммуналь хеҙмәт һәм йәмәғәт транспорты хеҙмәткәрҙәренә, 60 йәштән өлкән кешеләргә прививка эшләнә.

темалар: һаулыҡ һаҡлау