7 декабрь, Шаршамбы

14 сентябрь 2016 йыл, 12:06

Силәбелә 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт атлылары хөрмәтенә мемориал асылды

фото: «Уралым» гәзите

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Силәбелә яңы иҫтәлекле урын — башҡорт атлыларына һәйкәл барлыҡҡа килде. Мемориалды асыу тантанаһы Силәбенең 280 йыллығын байрам итеү сиктәрендә ойошторолдо, тип хәбәр итте «Уралым» өлкә гәзите хәбәрсеһе Нурия Ихсанова. Һәйкәл 1812 йылғы Ватан һуғышы һәм рус армияһының 1813-1814 йылдарҙағы сит ил походтарының легендар яугирҙәренә арналған. Тарихи хроникаға ярашлы, туғыҙ башҡорт һәм бер мишәр, дүрт Ырымбур казак полктарын ойошторғанда хәҙерге Силәбе өлкәһе биләмәһенән кеше һәм матди ресурстар файҙаланыла. Һәйкәлдәге яҙыу ошо хаҡта һөйләй.

Проект Силәбе өлкәһе губернаторы Борис Дубровский һәм Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллеге ярҙамында тормошҡа ашырылған. Һәйкәлде төҙөүҙә һәм ҡуйыуҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты, урындағы «Башҡорт ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһы,  «Соцгород» йәмәғәт хәрәкәте, «Люди долга» йәмәғәт берләшмәһе финанс яҡтан ярҙам күрһәткән.

Сарала Башҡортостандың «Любизар» хәрби-тарихи клубы ағзалары сығыш яһаны. Проектты ойоштороусылар әйтеүенсә, мемориалдың тышҡы йөҙө үҙгәртелә. 1812 йылғы Ватан һуғышы һәм рус армияһының 1813-1814 йылдарҙағы сит ил походтары яугирҙәре темаһын художестволы яҡтан кәүҙәләндереү проектына конкурс иғлан итеү күҙаллана.

1812 йылғы Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә һәйкәлдәр Лейпциг һәм Дрезден (Германия), Петровское (Украина), Сибай (Башҡортостан) ҡалаларында ҡуйылған.