4 декабрь, Йәкшәмбе

14 сентябрь 2016 йыл, 9:56

Республикала бюджет нигеҙендә ҡабул итеү сифаты буйынса илдә иң яҡшылар иҫәбенә ингән вуздар билдәле булды

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 14 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары «Социаль навигатор» проекты сиктәрендә баһаланды. Рәсәй вуздарының уҡырға ингән абитуриенттарҙың әҙерлек кимәле буйынса рейтингын Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы, Йәмәғәт палатаһы ярҙамында «Социаль навигатор» проекты менән хеҙмәттәшлектә Юғары иҡтисад мәктәбе милли тикшеренеү университетының эшсе төркөмө төҙөгән.

Илдең 425 уҡыу йорто баһаланған. Башҡортостан вуздары араһында бюджет нигеҙендә уҡырға инеүселәрҙең Берҙәм дәүләт имтиханының уртаса балының иң юғары күрһәткесе Башҡорт дәүләт медицина университетында — 75,5 балл.

Икенсе урында — Өфө дәүләт нефть техник университеты (73,1). Быйыл әлеге уҡыу йортона олимпиадаларҙа еңеү яулаған 13 кеше уҡырға ингән.

Былтырғы менән сағыштырғанда, Өфө дәүләт авиация техник университетында БДИ-ның уртаса балы 2,1 балға артҡан, һөҙөмтәлә 66,3 балл. Шулай уҡ быйыл ошо вуз — бюджет урындарына ҡабул ителгән абитуриенттар һаны буйынса төбәктә лидер (1392).

Башҡорт дәүләт университетында — 67,2, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-да 64,9 балл.

Тулыраҡ мәғлүмәт Юғары иҡтисад мәктәбе милли тикшеренеү университетының сайтында бирелгән.