Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Уҡытыусыларҙың эш хаҡының 70 проценты нигеҙ өлөш була — Ольга Васильева

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Мәғариф һәм фән министры башлығы уҡытыусыларҙың эш хаҡының 70 проценты нигеҙ өлөш буласаҡ, тип вәғәҙә итте. Ольга Васильева Бөтә Рәсәй ауыл мәктәптәре уҡытыусылары съезында ошо хаҡта белдерҙе.

Министр әйтеүенсә, хеҙмәт хаҡының нигеҙ һәм өҫтәлмә өлөштәрен бүлеү бөтә учреждениеларға ҡағыла. «Был — хәл ителгән мәсьәлә», — тип билдәләне Ольга Васильева.

Чебоксарҙа III Бөтә Рәсәй ауыл мәктәптәре уҡытыусылары съезы башланды. Бөтә илдән 500-гә яҡын, шул иҫәптән Әлшәй һәм Учалы райондарынан ике уҡытыусы ауыл ерендә белем биреү системаһын үҫтереү мөмкинлектәрен тикшереү өсөн Сыуашстанға йыйылды.

Пленар ултырышта илдең мәғариф министры Ольга Васильева һәм Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич сығыш яһаны.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть