Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Латвия башҡорттары Ҡорбан байрамын күмәк намаҙ менән билдәләне

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/.

Латвия башҡорттары һәм татарҙары Ҡорбан байрамын билдәләне. Сара Рига ҡалаһында Латвияның милли-мәҙәни ойошмалар ассоциацияһы майҙансығында ойошторолдо. Был хаҡта «Салауат Юлаев» Балтик халыҡ-ара үҙәге рәйесе Рина Хәмитова хәбәр итте.

Байрам намаҙын «Иҙел» Рига мосолмандар йәмғиәте имам-хатибы Миҙхәт Сатданов уҡыны. Ул диндарҙарға вәғәз һөйләне.

«Ҡорбан байрамы — изге ғәмәлдәр ҡылыу, мохтаждарға ярҙам итеү, яҡындарыбыҙ менән аралашыу ул. Һәммәһенә лә был көндө дуҫтары һәм яҡындары менән үткәреүен теләйем», — тип мөрәжәғәт итте ул йыйылыусыларға.

Байрамды ойоштороусылар — «Иҙел» Латвия татарҙары ойошмаһы, «Иҙел» Рига мосолмандар йәмғиәте һәм «Салауат Юлаев» Балтик халыҡ-ара үҙәге етәкселәре.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть