Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

1 октябргә тиклем льготалылар социаль хеҙмәттәр йыйылмаһын билдәләргә тейеш

Иҡтисад

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

1 октябргә тиклем федераль льготалылар социаль хеҙмәттәр йыйылмаһын файҙаланыу вариантын билдәләргә тейеш. Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, льготаға эйә булған кешеләр социаль хеҙмәттәр йыйылмаһынан йәки уның бер өлөшөнән баш тартыу йә иһә социаль хеҙмәттәр алыуҙы тергеҙеү тураһында ғариза яҙа ала.

Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, бынан алда ҡабул ителгән ҡарар үҙгәргән осраҡта ғына Пенсия фонды идаралығына ғариза бирергә кәрәк. Хәҙер күп функциялы үҙәктәрҙә лә шундай ғариза яҙырға була.

Социаль пакеттың хаҡы айына 995,23 һум тәшкил итә. Шуның 766,55 һумы — тейешле дарыуҙар менән тәьмин итеүгә, 118,59 һумы — шифахана-курортта дауаланыуға, 110,09 һумы ҡала яны тимер юл транспортында бушлай йөрөүгә, дауалана торған ергә барыу һәм ҡайтыу өсөн юл хаҡын түләүгә бүленә.

Әле Башҡортостанда федераль льготаға эйә булған 335 мең кеше йәшәй. Уларҙың 301 меңдән ашыуы социаль хеҙмәттәр урынына аҡсалата компенсация алырға теләк белдергән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть