6 декабрь, Шишәмбе

13 сентябрь 2016 йыл, 15:19

Вакансияға дәғүә итеүселәрҙең иң ҙур конкурсы һәм иң бәләкәй эш хаҡы — Өфөлә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфө Сорғот, Екатеринбург, Төмән, Силәбе, Пермь һәм Ҡурған ҡалалары араһында уртаса хеҙмәт хаҡы кимәле буйынса һуңғы һәм бер вакансияға дәғүә итеүселәр һаны буйынса беренсе урын биләй. HeadHunter эш эҙләү буйынса сайттың тикшереүҙәр хеҙмәте шундай мәғлүмәттәр килтерә.

2015 йыл менән сағыштырғанда баш ҡалала уртаса эш хаҡы 200 һумға ғына артҡан. HeadHunter мәғлүмәттәренә ярашлы, әле Өфөлә уртаса хеҙмәт хаҡы 25 200 һум тәшкил итә.

Пермдә эш хаҡы йылына — 500, Силәбелә — 1000, Екатеринбургта 2500 һумға күтәрелгән. Төмәндә иһә 1 500 һумға кәмегән һәм һөҙөмтәлә — 31 000 һум.

Сорғот һәм Ҡурған ҡалаларында иһә уртаса хеҙмәт хаҡы үҙгәрешһеҙ ҡалған: бөгөн ул 35 000 һәм 27 000 һумға тиң.

Эш хаҡы буйынса рейтингта тап Сорғот һәм Екатеринбург тәүге урынды биләй — 35 000 һум. Икенселә — Төмән (31 000 һум), өсөнсөлә — Силәбе (29 000). Дүртенсе урында — Пермь (27 500 һум), бишенселә — Ҡурған (27 000). Өфө рейтингта һуңғы урында килә (25 200 һум), бер урынға алты кеше дәғүә итә.