4 декабрь, Йәкшәмбе

13 сентябрь 2016 йыл, 14:36

Өфөлә тәүге тапҡыр «ТЭФИ-төбәк» телевизион конкурсы еңеүселәре иғлан ителә

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «ТЭФИ-төбәк» Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы еңеүселәре Өфөлә иғлан ителә. Абруйлы телеконкурстың финал этабы Башҡортостанда тәүгә уҙғарыла. Ойоштороусыһы — Бөтә Рәсәй дәүләт телерадиокомпанияһы филиалы — «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы. Финалды Өфөлә уҙғарыуҙы республика Башлығы Рөстәм Хәмитов хупланы.

Баш ҡалаға 83 төбәктән журналистар килеүе көтөлә. Был юлы конкурсҡа 167 телекомпаниянан 500-ҙән ашыу эш ҡабул ителгән. Шуларҙың 300-ҙән ашыуы — «Мәғариф һәм күңел асыу тапшырыуҙары», 211-е — «Мәғлүмәт тапшырыуҙары» номинацияһында. Иң әүҙем ҡатнашыусылар — Омск һәм Өфө ҡалаларынан. Еңеүселәргә 21 награда тапшырыла. Статуэтканың авторы — скульптор Эрнст Неизвестный. Бүләкләү тантанаһына Өфөгә кинорежиссер Андрей Кончаловский һәм шағир Андрей Дементьев саҡырылған.

Быйыл «Башҡортостан» ДТРК-һы конкурсҡа бик күп эштәр ебәргән. «ТЭФИ-төбәк» наградаһына дәғүә итеүселәр араһында «Мәҙәниәт» каналы командаһы ла бар.

«ТЭФИ-төбәк» Бөтә Рәсәй телевизион конкурсы ойошторолоуға 15 йыл тулды. Ғәҙәттәгесә, сараларҙа урындағы власть органдары, федераль каналдарҙың вәкилдәре — Рәсәй телевидениеһы академияһы ағзалары, топ-менеджерҙар, алып барыусылар әүҙем ҡатнаша. Конкурста ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн тренингтар, семинарҙар, түңәрәк өҫтәлдәр, презентациялар, мәҙәни-күңел асыу программалары ҡаралған.

темалар: тэфи-төбәк