7 декабрь, Шаршамбы

13 сентябрь 2016 йыл, 12:24

Башҡорт КВН лигаһы командаһы Астана акимы кубогында махсус бүләк отто

 

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡорт асыҡ КВН лигаһының йыйылма командаһы Астана акимы кубогында махсус бүләккә лайыҡ булды. 9 сентябрҙә Ҡаҙағстандың баш ҡалаһында шаяндар һәм тапҡырҙар бәйгеһе үтте. Делегация туғандаш халыҡтың мәҙәниәте һәм көнкүреше менән танышты, шулай уҡ ҙур күңел асыу программаһы әҙерләнгәйне.

«Башҡорт асыҡ лигаһы Ҡаҙағстандың КВН союзына йылы ҡабул иткәндәре, шулай уҡ Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығына фестивалдә ҡатнашыу мөмкинлеге биргәндәре өсөн рәхмәт белдерә, — тип хәбәр итте Башҡорт асыҡ КВН лигаһы идараһы рәйесе Урал Кәримов. — Барыһы ла юғары кимәлдә ойошторолған ине. Унда йәштәр ҙә башҡорттар һәм Башҡортостан, дөйөм тарихыбыҙ һәм традицияларыбыҙ хаҡында яҡшы белә. Киләсәктә башҡорт һәм ҡаҙаҡ КВН лигалары араһында дуҫлыҡты үҫтерергә ниәтләйбеҙ».

Кубокта Ҡаҙағстандан 15 команда ҡатнашты. Сығыштар Астананың 1700 тамашасы һыйҙырышлы ҙур концерт майҙансыҡтарының береһендә ойошторолдо. Уйын Ҡаҙағстандың беренсе юлдаш телевидениеһында күрһәтелә.