8 декабрь, Кесе йома

13 сентябрь 2016 йыл, 11:36

Башҡорт актрисаһы — Никита Михалковтың Кинематография һәм театр сәнғәте академияһы тыңлаусыһы

фото: социаль селтәрҙәр

ӨФӨ, 2016 йыл, 13 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан ҡыҙы Гөлнара Сабитова республикала тәүгеләрҙән булып Никита Михалковтың Кинематография һәм театр сәнғәте академияһы тыңлаусыһы булды. Гөлнара Сабитова Өфө сәнғәт институтының театр факультетын (Айрат Абушахманов оҫтаханаһы) тамамлаған, Салауат башҡорт драма театрында һәм М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында эшләгән. Хәҙер Гөлнара академияның бер йыллыҡ курстарында уҡыуын дауам итәсәк.

Студент билеттарын тапшырыу тантанаһы Мәскәүҙә уҙҙы. Был турала «Мәҙәниәт» порталы хәбәр итә. Сарала Мәскәү Хөкүмәте министры, ҡаланың Мәҙәниәт департаменты етәксеһе Александр Кибовский, Елена һәм Геннадий Тимченконың хәйриә фонды генераль директоры Мария Морозова, продюсер Леонид Верещагин, Щепкин училищеһы ректоры Борис Любимов, режиссерҙар Владимир Хотиненко, Александр Адабашьян, Владимир Алеников ҡатнашты. Студенттарға академия ректоры, актерҙар оҫтаханаһының художество етәксеһе Никита Михалков үҙенең теләктәрен еткерҙе. Ректор әйтеүенсә, тыңлаусылар өсөн Кустурица, Полански, Ольбрыхскийҙың оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.

темалар: театр проекты